Еңеүселәргә махсус бүләктәр ҙә тапшырылды. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов йәш әсәләрҙе палата ағзаһы булырға ла саҡырҙы. Бөгөн конкурста ҡатнашыусы ике ҡатын - палата ағзаһы, тағы ла өсәүһенә юридик шәхес булып теркәлеүгә ярҙам күрһәтелде.