Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 07:45

Рәсәй белгесе Иран командаһын етәкләйәсәк

Волейбол буйынса Рәсәйҙең билдәле белгесе Владимир Алекно, декабрҙән алып Иран йыйылма командаһын шөғөлләндерәсәк.

53 йәшлек белгес менән Иран етәкселеге киләһе йыл буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарының аҙағына тиклем килешеү төҙөнө. Алекно әлеге ваҡытта Ҡазандың «Зенит» клубында баш тренер булып эшләй ине. Ғөмүмән, билдәле белгес Рәсәй йыйылма командаһы волейболсыларын етәкләп, улар менән 2012 йылда Олимпия уйындарының алтын миҙалын яулағайны. Шулай уҡ башҡа төр үрҙәргә лә өлгәште.
Фото:ТАСС
Читайте нас