Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 10:28

Рөхсәтһеҙ ҡәберлектәр өсөн штраф түләргә тура киләсәк

Был хаҡтағы ҡанун проектын Ҡоролтай депуттары ошо аралағы ултырышта тикшерәсәк.

Башҡортостанда административ хоҡуҡ боҙоуҙар исемлегенә тағы бер пункт өҫтәмәкселәр. Ошо көндәрҙә Ҡоролтай депутаттары законһыҙ ҡәберлектәр өсөн штраф түләү тураһында ҡанун проектын өйрәнмәксе.
Ҡанунды боҙмаҫ өсөн, парламентарийҙарҙың фекере буйынса, урындағы идаралыҡ органында рөхсәт алырға тура киләсәк. Ҡабаттан ерләү йәки туғандар янында ерләү өсөн дә ошо тәртипте үтәргә кәрәк буласаҡ.
Ҡоролтай председателе Константин Толкачевтың һүҙҙәре буйынса, һуңғы арала мәйеттәрҙе теләһә ҡайҙа ерләү осраҡтары йышайған.
Ҡанунды боҙған кешеләргә штраф күләме – ун меңдән егерме меңгә тиклем. Юридик йөҙҙәргә штраф күләме күпкә юғарыраҡ – йөҙ меңдән ике йөҙ меңгә тиклем.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас