Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 16:17

Гаражда ирҙәрҙең үле кәүҙәләрен тапҡандар

Ирҙәр һөрөм менән ағыуланған.

Республикала ике ир һөрөм еҫенән (угарный газ) ағыуланып үлгән. Фажиғәле хәл кисә, 23 ноябрҙә, Туймазы ҡалаһында булған. Был хаҡта БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, ирҙәрҙең кәүҙәләрен гаражда торған автомобиль эсендә тапҡандар. Белгестәр һөрөм автомобилдең двигателе эшләп торғанлыҡтан барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй.
- Һөрөмдөң еҫе лә, төҫө лә юҡ.Әммә уның һауалағы концентрацияһы бер процентҡа ғына етеүе лә кешене үлтерә ала. Шуға күрә, гараждың ишеге асыҡ булғанда ла двигателе эшләп торған автомобилде ремонтларға йәки йылытырға ярамай, - тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас