Иллюминация инсталляциялары Ленин исемендәге майҙанда һәм Орджоникидзе исемендәге һарай алдында, Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендә, Ленин паркына Зәки Вәлиди урамы яғынан ингән урынға ҡуйыласаҡ.
«Театраль» сквер ҙа үҙгәрәсәк. Бында пар ат егелгән әкиәт көймәһе, сәхнә шаршауы, фонтан комплексы, торшер-шәмдәлдәр буласаҡ.
Ленин урамының кеше йөрөгән урынында ағастарға барыһының да иғтибарын йәлеп иткән яҡтылыҡ диодлы таҫмалар ҡуйылған. Теләүселәр өс шөрөплө композиция, «Я люблю Уфу» яҙыуы янында фотоға төшә ала.
Тиҙҙән ҡала урамдарында 506 терәүҙә торған консолдәрҙе һәм арҡыры тарттырылған 38 яҡтыртҡысты тоҡандырасаҡтар.
Байрам иллюминацияһы монтажлау эштәре тамамланғас декабрь айы башында яҡтыртыласаҡ.