Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 09:03

Брокколи кәбеҫтәһенән асыҡ бәлеш

Телеңде йоторлоҡ!

100 г май йәки маргарин, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, самалап тоҙ, 0,5 балғалағ ҡоро сүпрә һәм 1 стакан он менән йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны йәйеп, төбө майланған түңәрәк табаға һалғас, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
Был арала 400 г брокколи кәбеҫтәһен тоҙло һыуҙа 5 минут бешереп алып, һарҡытығыҙ. Уны 300 г бешкән тауыҡ ите һәм 2 балғалаҡ универсаль тәмләткес менән бутарға. Табалағы ҡамырҙы сәнске менән 3-4 урындан тишергә лә, өҫтөнә мул ғына итеп сохари онтағы һибегеҙ. Бәлештең эслеген һалырға ла, өҫтөнә махсус соус ҡойорға. Ул былай әҙерләнә: блендер менән 3 йомортҡаны, 150 гр ҡаймаҡты, 100 мл һөттө, 3 балғалаҡ гәрсисте, самалап алынған тоҙ менән боросто һәм 200 мл һөт өҫтөн (сливки) бергә ҡушып ныҡлап туҡырға.
Соусты тигеҙләп һылағас, бәлеште 1 сәғәткә 180 градуслы ҡайнар мейескә оҙатабыҙ. Бешеп сығырға 10-15 минут ҡала өҫтөнә 100 г ҡаты сырҙы ыуып һибергә кәрәк.
Читайте нас