Башҡорт ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин әйтеп үтеүенсә, предприятиеның дөйөм майҙаны 70 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
«Планға ингәнсә бында 1200 кеше яңы эш урынын табасаҡ. Производствола тәрән эшкәртеү менән тулы ябыҡ цикл буласаҡ. Тәүге этапта цехтар төҙөләсәк. Компания проектлауға, төҙөлөшкә, бар кәрәк-яраҡты әҙерләүгә 100-ҙән ашыу млн һум аҡса һалған», — тине ул.
Дөйөм инвестицияларҙың 9,8 млрд һумынан Башҡортостандың Төбәк фонды аҡсалары 1,5 млрд һум тәшкил итәсәк; Рәсәй банктарының заемдары – 8,1 млрд рублей; Моноҡалаларҙы үҙтереү фондынан льготалы заем - 1 млрд һум; ФОРМ аша инсрафструктура объеттарын ҡуша финанслау – 1,6 млрд рублей. Инвестпроект тулыһынса 2039 йылға тормошҡа ашасаҡ.
Башҡорт ит компанияһы быға тиклем булған инженер һәм транспорт инфраструктураһына тоташыу мөмкинлеге буйынса документтар юллаған. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы һәм "Промсвязьбанк" менән проектты оҙайлы ваҡытҡа финанслау мөмкинлеге буйынса һөйләшеү алып барыла.
"Таврос" компаниялар төркөмө идараһында 124,4 мең га ер активтары, тере ауырлығы буйынса йылына 58,6 мең тонна ит ҡеүәтле сусҡа аҫрау комплекстары, шәкәр заводтары, элеваторҙар бар. ДӨйөм алғанда 3 мең кеше эш менән мәшғүл, йылына 400 млн һум тирәһе һалымдар түләнә. 8 йыл эсендә холдингтың инвестициялары дөйөм күләме 17 млрд һумдан аша. Инвестициялар проекттары буйынса 1128 эш урыны булдырыласаҡ.
«Очень важный для Белебея, да и для всей республики проект. Мясоперерабатывающий комбинат. Площадка для начала строительства уже готова. 10 миллиардов инвестиций, 1200 рабочих мест. Это результат формирования в республике инвестклимата, который позволил даже в условиях пандемии не сворачивать проекты», — тип яҙған социаль селтәр сәхифәләрендә Радий Хәбиров.
Фото: Т.Аманов