Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 14:02

Башҡорт егете Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йүгереү марафоны ойоштора

Сара 29 ноябрҙә үтәсәк, унда йыйылған аҡсалар ғәрип балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтеләсәк.

Ғалимдар билдәләүенсә, әгәр кеше аҙнаһына уртаса 4 сәғәт тирәһе йүгерә икән, уның ғүмере өс йылға оҙоная. Сөнки йүгергән ваҡытта йөрәк тулыһынса ял итә, үпкәләрҙең эшмәкәрлеге яҡшыра. Уның ярҙамында тән ауырлығын да контролдә тоторға мөмкин. Йүгереү барлыҡ күнекмәләрҙән дә өҫтөн тора. Һуңғы йылдарҙа ул айырыуса модаға инеп китте, төрлө йүгереү марафондары, ярыштар ойошторола башланы. Ошо көндәрҙә шундай сараны үҙебеҙҙең башҡорт егете Айҙар Закиров ойоштора. Айҙар Белорет районының Ғәбдөк ауылында тыуған, ғаиләһе ике йәшлек сағында Архангель районына күскән. Бөгөн ул Санкт-Петербург ҡалаһының Хәрби-йыһан академияһында белем ала. Әүҙем егет сит ҡалала «The100» йүгереү клубын асҡан.
29 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларында клубтың йүгереү марафоны старт ала. Марафонда ҡатнашыу хаҡы — 690 һум. Барлыҡ йыйылған аҡсалар Өфөләге ғәрип балаларға ярҙам итеү фондына күсереләсәк. Ҡатнашыусыларға миҙалдар, сәй һәм тәмлекәстәр вәғәҙәләнә.
«Башҡорт халҡын йүгерергә саҡырам! Сәләмәт тормош алып барыу өсөн беҙҙең клубҡа рәхим итегеҙ», — ти Айҙар.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән «The100» йүгереү клубының «Инстаграм»дағы битләүендә ( the100.run) йә 89112528152 телефон һандары буйынса белергә мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас