Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2020, 07:15

Алдағы көндәргә көн торошо

Башгидрометүҙәк алдағы ике көн торошон яҡынса фаразланы. Республика буйынса ҡар яуыуы, ел һәм түбән һауа температураһы көтөлә.

24 ноябрҙә, синоптиктар әйтеүенсә, республиканың көнбайыш райондарында ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4,-9°.
25 ноябрҙә, көнсығыш райондарҙа ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -5,-10°, аяҙайтҡанда 15 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк тиклем, көндөҙ -1,-6°.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас