Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 11:41

Йәнә бер ветеран арабыҙҙан китте...

23 ноябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, 102 йәшлек ветеран Миңнетдин Ғабдулла улы Кәримовты һуңғы юлға оҙаттылар. Миңнетдин Кәримов һуғышты башынан-аҙағына тиклем үткән, ике мәртәбә яраланған. Геройлығы өсөн маршал Рокоссовский ҡулынан награда алған. Яугир тыныс тормошҡа ла һынатмай. Янғын һүндереү һағында эшләй. Дим биҫтәһендә янғын һүндереү депоһы төҙөүҙә ҡатнашҡан, артабан шунда инспектор булған.

Фото: пресс-служба ГУ МЧС РФ по РБ
Читайте нас