Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 10:48

Һуңғы тәүлектә ике кеше юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған

Юл фажиғәләре – 22 ноябрь.

Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республикала дүрт авария теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, өсәүһе йәрәхәтләнгән.
Учалы районында Иманғол-Баҙарғол автомобиль юлының 15-се километрында 66 йәшлек йәйәүле 10-сы модель "ВАЗ" автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Ир ваҡиға урынында вафат булған. Водитель әйтеүенсә, йәйәүле юл буйлап утты яҡтыртыусы элементтары булмаған кейемдә китеп барған.
Ишембай районында ла бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә теркәлгән аварияла йәйәүле ғүмере өҙөлгән. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай-Ҡарайған-Стәрлетамаҡ юлында 60 йәшлек ирҙе тәүҙә "Ниссан Алмера", һуңынан "Шкода Октавия" автомобилдәре тапаған. Авария ҡорбаны ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас