Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноября 2020, 12:00

Туймазыла сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын төҙөү дауам итә

Ул “Экология” милли проектына ярашлы төҙөлә. Заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк комплекс йыл һайын 100 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртер, тип күҙаллана.

Ҡулайламаларҙың береһе органиканы иләктән үткәрә, икенсеһе ҙур ҡалдыҡтарҙы ваҡлай.
Әле бинаның каркасы тулыһынса ҡоролған, пластик тәҙрәләр, ишек ҡуйылған, иҙән һалынған. Сортҡа айырыу линияһы өсөн каркас монтажларға әҙерләнәләр. Ҡорамалдарҙы иһә декабрь уртаһында ҡуя башлаясаҡтар.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас