

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ун ай өсөн һөт етештереүсе алдынғы хужалыҡтарҙы барланы һәм машина менән һауыу операторҙары рейтингын төҙөнө.
Ун айҙа беҙҙә бөтәһе 640,8 мең тонна тауар һөтө етештерелгән. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 104 процент. Барлығы 136 мең баш һауын һыйыр аҫрала.
Һөт рейтингында лидерҙар:
«Ашҡаҙар», Мәләүез районы
«Урожай», Ауырғазы районы
«Нерал-Матрикс», Туймазы районы,
«Герой», Саҡмағош районы.
Уларҙа тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса 26 кг һөт һауып алынған.
Һөт етештереүҙең тулайым кимәле буйынса иң алдынғылар:
«Баҙы», Саҡмағош (тулайым һауым – 19364 тонна)
Калинин исемендәге хужалыҡ, Стәрлетамаҡ (14482 тонна)
«Северная Нива Башкирия», Йәрмәкәй (14447 тонна)
«Ашҡаҙар», Мәләүез (11709 тонна)
«Герой», Саҡмағош (10539 тонна).
Машина менән һауыу операторҙары араһында республика алдынғылары:
Гөлнара Рахманғолова («Ашҡаҙар», Мәләүез, 11006 кг)
Елена Иванова («Салауат», Ауырғазы, 10900 кг)
Рәмилә Әбүталипова («Урожай», Ауырғазы, 10710 кг).
Ун айҙа тулайым һөт етештереүҙә иң алдынғы биш район:
Саҡмағош
Дүртөйлө
Ауырғазы
Стәрлетамаҡ
Илеш
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.