Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 07:15

Рәсәй тенниссыһы төп призды яуланы

Рәсәй тенниссыһы Даниил Медедев, АТР турнирының йыллыҡ һөҙөмтәһе буйынса булған бәйгелә, Австрия спортсыһы Доминик Тимды өс партияла (4:6, 7:6, 6:4) иҫәбенә алдырып, үҙ карьераһында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште.

Ул турнир барышында донъя рейтингы буйынса беренсе-өсөнсө урындарҙа торған Новак Джоковичты, Рафаэль Надальде, Диего Шварцманды, Александр Зверевты һәм дә Доминик Тимды ла еңеп, АТР-ҙың туғыҙынсы титулын яуланы. Приз менән ҡуша 1564000 доллар аҡсалата премия менән дә бүләкләнде.
Быға тиклем Рәсәй тенниссыларынан бер Николай Давыденко ғына 2009 йылда ошо уҡ уңышҡа өлгәшкәйне. Шулай уҡ бер твпҡыр финалда Евгений Кафельников та уйнай.
Фото:ТАСС
Читайте нас