Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 17:38

Рәмил Шәмсетдиновтың эше буйынса суд башланды

Чита ҡалаһындағы Икенсе Көнсығыш округының хәрби судында Рәмил Шәмсетдинов өҫтөнән суд башланды. Ул бер йыл элек Таулы ҡасабаһында урынлашҡан хәрби частә һигеҙ һалдат һәм офицерҙы атып үлтергәйне, ике һалдатты яралағайны.

Судта урын аҙ булыу сәбәпле, ултырышҡа журналистарҙы индермәгәндәр.
Адвокат Руслан Нагиевтың һүҙе буйынса, судта Рәмил ни өсөн үҙенең бындай аҙымға барыуының аңлатҡан: уны көн дә тиерлек туҡмағандар, аҡса талап иткәндәр, фажиғә булырҙан алда өс көн дауамында Рәмилгә йоҡларға ирек бирмәгәндәр, уставты ятлатҡандар, кәмһеткәндәр, башын унитазға тығыу менән янағандар.
Суд иртәгә дауам итәсәк.
Фото: РИА Новости.
Читайте нас