Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 12:28

Октябрьскийҙа билдәһеҙ ир ике йәшлек сабыйҙы төкөп ҡасҡан

Хоҡуҡ һаҡсылары уны әле һаман таба алмай.



Кисә, 22 ноябрҙә, Октябрьский ҡалаһында төшкө сәғәт 5-се 15 минутта ҡот осҡос авария теркәлгән. Билдәһеҙ ир ике йәшлек ҡыҙҙы төкөгән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. Бәхеткә ҡаршы, сабый тере ҡалған. Әле ҡыҙға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре аварияға шаһит булыусыларҙан ярҙам һорай. Әгәр әлеге хәл буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 965 642 24 11, 8 927 930 15 51, 102 телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Аноним хәбәр итергә лә мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас