Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноября 2020, 11:39

Мәрхәмәтле ҡарт

Оло йәштәге ир етемдәргә бүләк алыр өсөн ҡышҡы һыуыҡтарҙа урамда баянда уйнай.

Өфөнән 70 йәшлек Юрий Иванов хәйриәлек менән күптән шөғөлләнә, бының өсөн бихисап грамоталар менән бүләкләнгән. Пенсионер бала сағында үҙе етемлек һурпаһын күп татыған. Яңыраҡ уның менән журналистар аралашҡан.
«Әсәйем мине ике айлыҡ сағымда балалар йортона ҡалдырып киткән. Тап шул учреждениеға мин әле уйынсыҡтар ташыйым. Урамда баянда уйнауыма 10 йыл булды инде. Барлыҡ аҡсаларҙы балалаларға тотонам. Әле коронавирус булғас, индермәйҙәр, әммә барыбер барып йөрөйөм, һаҡсыларға ҡалдырып китәм», — тигән Юрий Иванов.
Яңыраҡ ҡарттың баянда уйнауына шаһит булған Өфө ҡыҙы уны сәй менән һыйлаған һәм интернет селтәрҙәрендә ошондай мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан:
«Барлыҡ йыйған аҡсаһына балалар йорттарына уйынсыҡтар ала. Бармаҡтары өшөй, әммә туҡтамай уйнай. Балалар мине көтә, тигән була үҙе. Яңыраҡ футбол туптары һатып алып биргән, әле хоккей уйынын алырға йыйына».
Был яҙма интернет селтәрҙәренә таралған, ҡала халҡы барыһын да битараф булмаҫҡа саҡырған, ҡартҡа ярҙам итеүҙе һорағандар. «Балаларҙың үҙҙәрен күрергә ине. Пандемия үҙенең ҡара эшен эшләй. Үҙем вирустан ҡурҡмайым, 70 йәшемә тиклем бер дарыу эскәнем юҡ, үҙем иҫән булғансы ошо изге эште дауам итергә теләйем», — тигән Юрий Иванов.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас