Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Әлеге ваҡытта федераль финанслау иҫәбенә – 345, республика бюджеты иҫәбенә 111 бушлай дарыуҙар тупланмаһы алынды. Ауырыуҙарҙың дарыуҙарҙы ҡабул итеүен күҙәтеү урындағы поликлиникаларҙа, өҫтәмә рәүештә бәйләнеш үҙәктәре һәм COVID-19 республика ситуация үҙәге иҫәбенә ойошторолған”, – тине ул
Белеүегеҙсә, бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү 16 ноябрҙә старт алғайны. Медицина препараттары COVID-19 диагнозы раҫланған пациенттарҙы дауалау өсөн поликлиникаларға бүленә. Дарыуҙар исемлеге ҡәтғи билдәләнгән һәм федераль кимәлдә раҫланған. Уға коронавирусты өй шарттарында дауалау өсөн тәғәйенләнгән антибиотиктар, температураны төшөрөүсе, вирусҡа ҡаршы препараттар һәм башҡа дарыуҙар ингән.
Пандемия осоронда медицина учреждениеларында эштең күпләтә артыуы сәбәпле, адресаттарға дарыуҙарҙы таратыуҙа ирекмәндәр ярҙам итә. Әле 300 ирекмән һайлап алынған. Улар бөтәһе лә һаҡланыу костюмдары менән тәьмин ителә.