Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртеүҙәренсә, ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булған боҙ ғына кеше өсөн хәүефһеҙ тип иҫәпләнә.
Йылға, күл өҫтөнән барғанда, боҙ сатнауын ишетһәгеҙ, әкрен генә хәүефле урындан китеү яғын ҡарағыҙ (килгән яҡҡа боролоу хәүефһеҙерәк).
Балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ, балыҡсылар!
Боҙҙағы һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, башҡа балыҡсыларҙан кәмендә өс метр алыҫлыҡта ултырығыҙ.
Ылымыҡлы, лапылы урындарға яҡын бармағыҙ.
Мәкеләр бер-береһенән 5-6 м алыҫлыҡта булһын.
Боҙ сатнаған ерҙән йыраҡ йөрөгөҙ.
Мәкенән һыу урғыла башлаһа, был урындан китегеҙ!
Боҙҙа иҫерткес эсемлектәр эсмәгеҙ.
Мотлаҡ ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ.
Боҙло һыуҙа кеше 10-15 минутта туңа, 20 минуттан иҫен юғалта. Боҙло һыуға төшөп киткәндә, сәбәләнмәй, ике ҡулды ике яҡҡа йәйеп, киҫкен хәрәкәттәр яһамай боҙ ситенә йәбешергә тырышырға, боҙға тәүҙә бер аяҡты, һуңынан икенсе аяҡты күтәреп һалып, күтәрелергә кәрәк - боҙ ватылмағанда, ипләп кенә ситкә тәгәрәп, хәүефһеҙ ергә шыуышырға.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.