Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 08:43

Азалия Әминева – бокс буйынса Европа чемпионаты еңеүсеһе!

Октябрьский ҡыҙы ҙур ярышта еңеү яуланы.

Кисә Черногорияның баш ҡалаһы Будвала бокс буйынса Европа чемпионаты тамамланды. 18 йәшлек Азалия Әминева юниорҙар араһында алтын миҙал яуланы. 10 көн барған ярышта ҡыҙға бик көсөргәнешле алыштар үткәрергә тура килгән. Ул финалда Украина ҡыҙы Марина Стойконы, ярымфиналда Әрмәнстандан Елида Кочарянды еңгән.
Азалия Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында уҡый. Бокс менән биш йыл элек кенә шөғөлләнә башлаған, өс йылдан һуң Рәсәй беренселегендә еңеүгә лайыҡ булған. 2018 йылда Сербияла уҙған Халыҡ-ара турнирҙа «Иң яҡшы бокс техникаһы өсөн» наградаһы менән бүләкләнгән.
Спортсы Башҡортостан һәм Рәсәй бокссыларының йыйылма командаһына ингән.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас