Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2020, 20:40

Һатып алыу мәжбүри түгел

Водителдәр, был яңылыҡ һеҙҙең өсөн.

2021 йылдың 1 ғинуарынан автомобиль йөрөтөүселәргә әҙер автомобиль аптечкаларын һатып алыу мәжбүри түгел. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғонда күрһәтелгән исемлек нигеҙендә, водителдәр уны үҙҙәре комплектлай аласаҡ. Яңы талаптарға ярашлы, машина аптечкаһында бәләкәй үлсәмдәге бинттар , стериль бинттар, бактерицид пластырҙәр төшөрөп ҡалдырыла. Улар урынына стериль салфеткалар, битлектәр өҫтәлә.
Фото:priceguard.ru
Читайте нас