Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2020, 08:48

“Аҡ мөғжизә” әсир итте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында премьера үтте.

18 ноябрҙә театрҙың башҡорт труппаһы “Аҡ мөғжизә” спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Ул Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән “Ап-аҡ мөғжизә” һәм “Ашҡаҙар” хикәйәләре буйынса ҡуйылды. Инценеровка авторы Михаил Башкиров (башҡортсаға Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән) Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡәләмен һәм фекерен бөтөн килеш тамашасыға еткерергә тырышҡан.
Спектаклдең режиссеры Ҡалмыҡстан, Әжербайджан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев, балетмейстры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Мөхәмәтшина, композиторы – Аркадий Манджиев, рәссаме Анна Репина. Шулай уҡ үҙенсәлекле костюмдар дизайнеры Наталья Степанованың һәм вокал буйынса педагог Афарим Аҡсуриндарҙың да эшен айырым билдәләп үтке килә. Актерҙар хоры һәм милли кейемдәр спектаклгә айырым бер биҙәк өҫтәне. Төп ролдәрҙе Рәмзил Сәлмәнов, Салауат Юлдашбаев, Вадим Ҡылысов, Лилиә Исҡужина, Шәһит Хамматов һәм башҡалар башҡарҙы. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамы менән ҡуйылды.
Читайте нас