Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноября 2020, 16:10

Үәт, «Сара», Мәскәүҙе баҫа бит!..

Элегерәк Мәскәүҙәге көн торошо беҙҙең яҡтарға ике-өс көндә килеп етә торғайны. Хәҙер был “ҡағиҙә” боҙолдо боҙолоуын, шулай ҙа, бәлки, был юлы...

Синоптиктар алдан фаразлауынса, илдең баш ҡалаһына “Сара” ҡар циклоны килеп етте.

Көслө яуым-төшөм Мәскәүгә төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан йүнәлгән. Төндә ҡар тағы ла нығыраҡ яуасаҡ, тиҙәр.

Был беҙгә килеп етерме? Ҡар яуһа яуһын, буран сыҡмаһын. Гидрометүҙәк киләһе аҙнала урыны менән еңелсә ҡар вәғәҙәләй былай.

Әйткәндәй, ниңә шул ғәрәсәт-фәләндәргә ҡатын-ҡыҙ исемен ҡушалар икән? Бына ниңә “Сара”? Уны, баҡһаң, немец метеорологтары ҡушҡан. Ә исем ҡушыу Америкала башланған. Унда төрлө циклон йыл әйләнәһенә бит. Ҡатын-ҡыҙ кеүек үҙенсәлекле һәм холҡон алдан билдәләп булмаҫлыҡ күренештәргә гүзәл зат исемен ҡушмай кемдекен ҡушһындар инде?!

Фото: РИА-Новости.

Читайте нас