Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2020, 05:35

Ни бары бер аҙна ҡалды...

Әгәр ҙә өлгөртмәһәгеҙ - ҡыйынға тура киләсәк. Нимәгә? Яуап сайтта ⏬

Йәнә лә иҫкәртәбеҙ - 2019 йыл өсөн һалымдарҙы түләү 1 декабрҙә тамамланасаҡ. Ошо датаға тиклем мөлкәт, ер һәм транспортҡа түләүҙәрҙе башҡарығыҙ.
Бының өсөн бер нисә ысул бар: "Госуслуги" порталы (бында үҙегеҙ, тормош иптәшегеҙ, атай-әсәйегеҙ өсөн бер юлы түләргә лә була); ФНС сайтында һалым түләүсенең шәхси кабинеты, почта бүлексәһе, "налоговый"ҙың үҙенә барып йәки МФЦ аша түләү.
Пандемия мәлендә аҡсаны интернет аша күсереү ҡулайлыраҡ тип әйтәбеҙ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас