Хәл иткес бәйгелә Медведев, Австрия тенниссыһы Доминик Тим менән алышасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең спортсыларҙан беренсе булып ошо туринирҙа Евгений Кафельников уйнай. Ул унда һигеҙ тапҡыр ҡатнашып, бер генә мәртәбә финалға сыға һәм дөғүәсеһенә отола. Ә инде унда берҙән-бер еңеүсе булып Николай Давыденко һынала. Ул 2009 йылда дөғүәсеһен еңеп, титулды яулай. Шулай уҡ Марат Сафин да өс тапҡыр бәхетен һынай әммә ярымфиналдан ары китә алмай.
Шулай итеп, Медведев та тәүге ҡатнашыуҙан уҡ, ағаларының танауына сиртмәксе. Тик уның өсөн уға мотлаҡ дәғүәсеһен алдырырға кәрәк.