Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 126 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 13 187 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, барлығы республикала 1690 кеше коронавирус менән сирләй. бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 392 кеше дауалана. Ҡалғандар амбулатор шарттарында күҙәтелә.
Үкенескә күрә, тағы бер кеше “тажлы зәхмәттән” донъя ҡуйҙы. Шулай итеп, бөгөнгө көнгә республикала коронавирус 75 кешенең ғүмерен өҙҙө.
Пневмония менән сирләүселәр һаны ла арта бара. Һуңғы тәүлектә генә был диагноз 401 кешегә ҡуйылған.
Сир тарала башлағандан алып 11 422 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 14 кеше – һуңғы тәүлектә.