«Шыршы-2020» операцияһы башлана. Маҡсат бер: ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларҙы асыҡлау. Күҙәтеү, контролләү эштәре 23 ноябрҙән 31 декабргәсә дауам итәсәк.
Әле шыршы әҙерләү башлана. Урман һағы инспекторҙары әүҙемләшә, тикшереүҙәр йышая. Дежурлыҡ тәүлек әйләнәһенә бара икән.
Әгәр ҙә мәгәр рөхсәтегеҙ булмайынса ағас ҡырҡып тотолһағыҙ, өс-дүрт мең һумығыҙҙы түләйһегеҙ инде. Вазифалы кешеләргә – 20 - 40 мең һум, ойошмаларға (юридик шәхестәргә) 200 - 300 мең һум штраф.
Бынан тыш, урманға зыян килтергән, тип тә аҡса түләтәсәктәр. Шыршы күпләп ҡырҡылған булһа, ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кем дә кем законһыҙ рәүештә шыршы ҡырҡыусыны йә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ (документтары булырға тейеш) һатып тороусыны күрһә, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтырата ала. Телефоны: 8 (347) 218-14-14.