18 ноябрҙә Саха (Яҡут) республикаһында 9 кеше ҡулды таҙарта торған шыйыҡса эсеп ағыуланған. Етәүһе дауаханала вафат булған. Был мәғлүмәт йәшен тиҙлеге менән интернет селтәрҙәренә таралды. Һәләк булыусыларҙың араһында 27-28 йәшлек кенә йәш егеттәр ҙә бар. Аллам һаҡлаһын! Әлеге ваҡытта шул антисептик һатылған кибеттә тикшереү уҙғарыла, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Йәшел йылан” менән дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә ҡот осҡос фажиғәләр көн дә тиерлек булып тора, әммә ҡайһы берҙәр һис кенә лә унан арынырға теләмәй... Дуҫлашыуын дауам итә... Мәҫәлән, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, пандемия осоронда илдә алкоголь ҡулланыусыларҙың һаны йәнә арта төшкән, май айында илдә “аҡбаш” һатып алыусыларҙың һаны 3 процентҡа күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта зәңгәр экрандарҙан да, интернет селтәрҙәренән дә инфекция ҡоторған осорҙа уны эсеү икеләтә хәүефле икәнлеге еткерелеп тора. Әммә... Ана һөтө менән инмәһә, тана һөтө менән инмәй, тиҙәрме?