Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноября 2020, 15:56

Оҫталар өсөн бәйге!

Башҡортостанда тәүге тапҡыр иғлан ителгән башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсына ғаризалар алыу дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау — 1-5 декабрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.
Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при өсөн 300 мең һум тапшырыла.

Ғаризаларҙы «Башкирский национальный костюм 2020» билдәһе менән электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: tamga.ufa@gmail.com
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас