Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2020, 18:20

Әлшәйҙәге спорт майҙансығы ГТО нормаларын тапшырырға ярҙам итәсәк

Раевка ауылы гимназияһында "Демография" милли проектының "Спорт - тормош нормаһы" федераль проекты буйынса яңы спорт майҙансығы ҡоролдо. ⏬

Бар талаптарға яуап биргән япмалы һәм спорт ҡорамаллы урын ауылдың төрлө йәштәге кешеләренә спорт, дөйөм физик әҙерлек менән шөғөлләнергә, һаулыҡ нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, майҙансыҡта халыҡты "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы буйынса һынап буласаҡ.
Фото: Министерство молодежной политики и спорта Республики Башкортостан
Читайте нас