Ҡаҙағстан уйынсылары коронавирус пандемияһы арҡаһында башҡаларҙан иң әҙе уйын уҙғарып, шуға көслөләр исемлегендә тормай. Улар иҫәбендә 24 уйын һәм 25 мәрәй. Ә инде юлаевсылар 29-сы бәйгеһендә «Спартак» менән көс һынашып, ҡунаҡтарҙы буллит серияһында ғына алдыра. Буллит тигәндән, быйылғы миҙгелдә өфөләр дүрт тапҡыр бәхетен һынап, дүртеһендә лә мәргәнлеген иҫбатланы. Ә бына овертаймда ике тапҡыр еңеп, ике тапҡыр дәғүәсеһенә отола.