Барлығы 205 ғариза ҡабул ителгән. Был быға тиклемгеһенән 41 процентҡа күберәк һәм фонд үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса иң күбе булып тора. Проекттарҙа төбәктә йәшәүсе 13 халыҡ теле күрһәтелгән. Улар - башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, украин, белорус, йәһүт, сыуаш, мордва, ҡаҙаҡ, немец, латыш. 102 эш муниципаль бюджет ойошмаларынан, 76 – НКО-ларҙан һәм 21-е дәүләт бюджет ойошмаларынан килгән. Алты ғариза конкурс шарттары буйынса ҡатнашыу хоҡуғы сикләнгән учреждениеларҙан бирелгән.
Проекттарҙы иң күбе Өфө (88 ғариза), Сибай (26), Стәрлетамаҡ (9), Ишембай (5), Көйөргәҙе (4) һәм Краснокама районы (4) биргән. Сит төбәктәрҙән Пермь крайы (4), Мәскәү (3), Силәбе өлкәһе (2), Һамар (1), Ҡазан ( 1), Ырымбур өлкәһен(1) билдәләп үтергә кәрәк.
«Әлеге ваҡытта фондта ғаризаларҙың документтары теүәл бирелгәнме-юҡмы икәне тикшерелә. Гранттар конкурсы еңеүселәре 2021 йылдың ғинуарында мәғлүм буласаҡ» - тип хәбәр итте Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева.