Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2020, 07:16

Башҡортостандан ике театр «Алтын битлек»кә дәғүә итә

#Йәшлек

Тәүгеһе – ҡуйыусы дирижер Артем Макаровтың һәм театр оркестрының эше өсөн Башҡорт опера һәм балет театрының «Конек-Горбунок» балеты. Икенсе спектакль — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Гөлбостан»ы, режиссеры Айрат Абушахманов.
«Алтын битлек-2021» XXVII театр фестивален уҙғарыу датаһы һуңғараҡ иғлан ителә. Кисә матбуғат конференцияһында «Алтын битлек»тең директоры Мария Ревякина киләһе йылда Достоевскийҙың 200 йыллығына махсус программа буласағын әйтте.
Фото: Башдрам.
Читайте нас