Ишембайҙа йәшәүсе бер ҡатын онлайн белем биреүҙең сифатына зарланып мөрәжәғәт итә. Ул төшөргән видеояҙманы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә меңдәрсә кеше ҡарап өлгөргән. Татьяна Хомякова – "Әсәлек миҙалы"на лайыҡ булған биш бала әсәһе, уларҙың дүртәүһе мәктәп йәшендә. Ҡатындың һүҙҙәренсә, уның балалары тейешенсә белем ала алмай, сөнки уларҙың етәрлек техникаһы ла, бүлмәләре лә юҡ.
– Өлкәнем туғыҙынсы класта уҡый. ОГЭ буйынса эштәрҙе аңлатыр өсөн минең юғары белемем юҡ: имтиханды нисек тапшырырҙар, ни эшләрҙәр? Ул ғына түгел, мин хатта алтынсы класс балаларына ярҙам итә алмайым. Тарих, әҙәбиәт буйынса уларға бик ауыр бирелә, – тип зарлана әсәй кеше. – Мин бөгөн эшемдән китергә мәжбүр булдым, сөнки тәүлек әйләнәһенә балаларыма ярҙам итәм. Көнө буйы компьютер-телефон артында ултырып, уларҙың күҙҙәре, баштары ауырта башланы. Бер йыллыҡ белем тейешенсә бирелмәй тороп ҡалды.
Ҡатын әйтеүенсә, белем биреү техник яҡтан яҡшы итеп ойошторолмай, тәғәйен бер уҡытыу платформаһы юҡ.
– 45 минутлыҡ дәрестең 15 минуты бәйләнеште көйләүгә китә, ә ҡалған ваҡыт эсендә балаларға яңы теманы аңлатып өлгөрөү мөмкин булмаған эш. Тағы ла өйгә эш ебәреү өсөн уҡытыусыларҙы төрлө социаль селтәрҙәрҙән эҙләргә мәжбүрбеҙ. Нисектер быны хәл итергә кәрәк, беҙ, күп балалы ғаиләләр, ситтән тороп уҡыуға әҙер түгелбеҙ.
Бынан тыш, ҡатын тағы ла бик күп проблемаларҙы атаған. Уның видеояҙмаһына ҡарата меңдән ашыу кеше үҙ фекерен белдергән. Үкенескә ҡаршы, күпселек Ишембай ҡатыны менән ризалашҡан, улар ҙа әлеге мәсьәләләрҙең көнүҙәк булыуын билдәләгән...