Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2020, 21:04

Японияла бер сәйер әйбер уйлап тапҡандар


Гифу университеты ғалимдары ҡыҙҙың робоҡулын эшләгән. Ҡоролма яңғыҙ ир заттарының ҡулын тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Йәнәһе лә, ғалимдар билдәләүенсә, кешенең ҡулынан кемдер, әлеге осраҡта «ниҙер», тотһа, ул үҙен яңғыҙ тоймаясаҡ.
Инженерҙар, ҡоролма ябай ғына, ул терһәктән аҫтараҡ беркетеп ҡуйыла, теләгән саҡта ҡулды ебәрергә мөмкин. Ул тере ҡулдан нимә менән дә айырылмай, йылыны һаҡлай, хатта тирләй ҙә, ти.
Кит, ғибрәт, тиерһегеҙ. Әммә шуны һатып алырға теләүселәр ҙә табылған...
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас