Өфө ҡалаһының “Көньяҡ” микрорайонында яңы парк барлыҡҡа киләсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта төҙөлөштөң беренсе этабы тамамлана.
Әлеге ваҡытта буласаҡ ял итеү урынында кафеның эске биҙәлешен эшләйҙәр, фонтан ҡуялар, тышҡы яҡтыртыу буйынса эштәр алып баралар. Хакимиәттә белдереүҙәренсә, барлыҡ инженер коммуникациялары буйынса эштәр тамамланған, шулай уҡ рельефтың вертикаль планировкаһы ла эшләнгән. Сәхнә һәм бәләкәй архитектур формалар өсөн нигеҙҙәр ҙә ҡуйылған.
Паркта бер нисә спорт һәм уйын зоналары, воркаут өсөн тренажерҙар ҡуйырға ниәтләштерәләр. Бынан тыш, ял итеү зонаһы ла булдырыласаҡ. Парк киләһе йылда асыласаҡ.