Коронавирус инфекцияһы көсәйеү сәбәпле, ололарҙың күбеһе ярҙамға мохтаж. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлеге ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр штабы был осорҙа халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә саралар күрә. Депутат Салауат Хөсәйеноә икенсе тапҡыр ирекмәндәр менән бергә хәйриә акцияһында ҡатнаша. Был юлы 15 ветеран һәм инвалид бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы пакет ҡыуанды. Уның эсенә сәй, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, тушенка һәм башҡа аҙыҡ-түлектәр ингән.