Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2020, 13:42

Башҡортостанда Новосибирск өлкәһе хакимиәте сайтын “ватҡан” ирҙе хөкөм иттеләр

Нефтекама ҡалаһынан 32 йәшлек ир зарарлы программалар яһауҙа һәм таратыуҙа ғәйепләнә.

Суд материалдарында күрһәтелеүенсә, ир, йортонан сыҡмайынса бер нисә IР-адресҡа ҡарата компьютер һөжүмдәре ойошторған. Улар араһында Новосибирск өлкәһенең рәсми сайты ла булған. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәре буйынса, ул шул рәүешле мәғлүмәттәр базаһын ҡулға төшөрөргә йыйынған.
Ир үҙенең ғәйебен таныған. Уның бәлиғ булмаған ике балаһы барлығын иҫәпкә алып, суд уға язаны еңелләштергән – ир бер йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Фото: pixabay.com
Читайте нас