Ауыл хужалығы министрлығы быйыл тәүге тапҡыр "Рәсәй тәмдәре" конкурсын ойоштора. Уның маҡсаты – ҡулланыусыларҙы төбәктәрҙең аҙыҡ- түлек бренды үҫеше потенциалы менән таныштырыу. Сарала ҡатнашыу өсөн беҙҙең республиканан да 26 ғариза бирелгән. Һайлап алыуға башҡорт балы, Бөрйәндең солоҡ балы, ҡаҙылыҡ, талҡан, бауырһаҡ, ҡорот, минераль һыуҙар һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителгән. 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем тауыш биреү һөҙөмтәһендә 8 номинация буйынса финалсылар билдәләнәсәк.