Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2020, 20:15

Күренекле актерҙың иҫтәлегенә

Өфөнөң Ғафури урамында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Сарала артистың туғандары, коллегалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Заһир Суфиян улы тәүҙә Сибай, артабан Өфө сәхнәһендә йөҙҙәрсә сағыу образ тыуҙырып, халыҡ күңелен яулай. Артист 1970 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.
- Заһир Суфиян улы менән гел бергә йәшәнек. Институт ятағында, унан әлеге таҡтаташ ҡуйылған йортта. Бөгөн минең өсөн оло ваҡиға - күренекле шәхесебеҙгә хәтер һәм ҡәҙер таҡтаташы астыҡ", - тип һөйләне танылған артист, Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов.
Хәтер таҡтаһында Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесынан өҙөк урын алған, унда шулай тиелә: "Донъяның ярҙары икәү. Уның береһе - фанилыҡ, икенсеһе - мәңгелек, ә уртаһынан Замана аға..." Тап ошо әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдә Заһир Вәлитов шағир ролен башҡара һәм уның өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
- Илле өс йыл ярым... 53 көн һымаҡ та булманы. Мин бәхетле булдым, яратып, яратылып йәшәнем! 80 йыллығына бағышлап хәтер кисәһен үткәргәндә балаларым да, беҙҙең атайыбыҙ иҫ киткес шәп кеше булды, тинеләр. Заһирҙы интеллектуаль артист, тип тә атайҙар, ул бик зыялы кеше лә ине. Ул һәр бер ролен яратып уйнаны, - тип иҫкә ала тормош иптәшен Миңсәриә Вәлитова.
Былтыр февраль айында талант эйәһенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Фото: Башньюс.
Читайте нас