Башҡортостанда 39 йәшлек Азат Ғаттаровты эҙләү башланды, тип хәбәр итә “Лиза Алерт Башҡортостан” ойошмаһының ирекмәндәре. Билдәле булыуынса, ир 25 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районындағы Ракитовка ауылы янындағы баҡсаларҙа һуңғы тапҡыр таныштарына осраған.
Тышҡы ҡиәфәте: буйы 170 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле.
Юғалған көндө уның өҫтөндә ниндәй кейем булыуы билдәһеҙ.
Әгәр ҙә Азат Ғаттаровты ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8-800-700-54-52 һандарын йыйып ирекмәндәргә хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Фото: “Лиза Алерт Башҡортостан”