Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2020, 18:55

Эшҡыуарҙар сәғәте

Бөгөн Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов сираттағы муниципаль «Эшҡыуарҙар сәғәте»н үткәрҙе.


Урындағы эшҡыуарҙарҙың ике проекты ҡаралды: береһе ҡалалағы шәхси клиникала медицина тикшереүҙәрен ойоштороу булһа, икенсеһе ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороуға ҡағылышлы ине.
Проекттарҙың мөһимлеген билдәләп, Руслан Ғәлийән улы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтәсәктәрен белдерҙе.
Әйткәндәй, "Эшҡыуарҙар сәғәте"ндә ҡатнашыр өсөн ғариза бирер кәрәк: https://investrb.ru/ru/ («Инвестиционный час. Подать заявку»).
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас