Улар бер юлы ике «ҡуян»дан ҡолаҡ ҡаҡты. Беренсенән, әгәр беҙҙекеләр үҙ төркөмөндә беренсе урынды һаҡлап ҡалһа, элиталы дивизионға сығыр ине, икенсенән Европаның рейтингы буйынса 20 көслө командалар иҫәбенә инеп, 2022 йылда буласаҡ донъя чемпионаты йәрәбәһе алдынан икенсе кәрзингә эләгергә мөмкинлеге бар ине. Сөнки икенсе кәрзингә эләккәндәр, йәрәбә ваҡытында башҡаларҙан өҫтөнлөк итәсәк. Йәғни, уларға төркөм осрашыуҙарында көсһөҙөрәк командалар тура килә һәм дә төркөмдә икенсе урын алыусылар ҙа донъя беренселегенә барыр өсөн стык уйындарҙа ҡатнашырға хоҡуҡ яулар ине.
Нишләйһең инде, баш аша һикереп булмай. Бер яҡтан уйлағанда, элитаға сыҡмауы ла, бәлки дөрөҫтөр. Унда бит бөтөнләй мәсхәрәгә ҡалыуы ихтимал ине. Улар өсөн ошо төркөм дә отошло һымаҡ. Хәҙер бына Албания, Әрмәнстан кеүек командалар менән киләсәктә көс һынашасаҡ. Сөнки улар ҙа үҙ төркөмдәрендә беренсе урын алып, «С» дивизионын «В»ға алмаштырҙы. Ә инде көслөләр дивизионына, беҙҙең төркөмдә беренсе урын алған Венгрия, Чехия, Уэльс һәм Австрия футболсылары сыҡты.
Әлбиттә, бындай хәлгә тороп ҡалмаҫ өсөн, Черчесовтың тәрбиәләнеүселәренә быға тиклем Төркиә менән булған осрашыуҙа отолмаҫҡа кәрәк ине лә, юҡ шул, килеп сыҡманы. Кимәл, кимәл һәм тағыла бер тапҡыр кимәл…