Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2020, 16:12

Баныу апай тура эфирға сыға!

“Инстаграм”, интернетта тура эфирҙар – заман трендтары... Элек тура эфирға телевидение аша сыҡһалар, бөгөн иһә телефоныңдан кәрәкле ҡушымтаға инәһең дә, барса халыҡ алдында сығыш яһарға мөмкин.
Оло йәштәге әҙиптәр ҙә замандан һис ҡалышмай, улар әҙәбиәт һөйөүселәргә ижад емештәрен интернет селтәрҙәре аша еткерә. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова “Бәйләнештә” һәм “Инстаграм” селтәрҙәрендә ултыра, ул әҫәрҙәре менән уртаҡлашып, төрлө ваҡиғаларға үҙ фекерен белдереп, уҡыусыларын ҡыуандыра. Яҙғыһын ғына яратҡан яҙыусыбыҙ “Ағиҙел” журналы ойошторған “Ағиҙел”дең айлы кистәре” тип исемләнгән онлайн-осрашыуҙар проектында сығыш яһаны, ҡыҙыҡлы тарихтарын, хәтирәләрен һөйләне. Ул проект журналдың “Инстаграм” сәхифәһендә бара. Пандемия ҡыҙған осорҙа онлайн-осрашыуҙарға билдәле яҙыусы-шағирҙар күпләп ҡушылды, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн иҫтә ҡалырлыҡ әңгәмәләр булды. Проект бөгөн дә үҙ эшен дауам итә. Был хаҡта “Ағиҙел”дәр хәбәр итә.
21 ноябрҙә киске сәғәт һигеҙҙә хеҙмәттәшебеҙ, талантлы журналист һәм драматург Айлыбаныу Ҡаһарманова менән осрашыу уҙғарыла. Уның менән әңгәмәне проекттың авторы, танылған шағирә Гөлнара Хәлфетдинова ҡорасаҡ.
“Инстаграм”ға инегеҙ, ҡушылығыҙ! Һылтанмаһы: https://www.instagram.com/agidel_rb/
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас