Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2020, 13:37

Йылытыу батареяһында аяғы ҡыҫылып торған

Ҡотҡарыусылар тәҙрәнән инеп, ҡыҙҙы “тотҡонлоҡтан” ҡотҡарған.

Кисә Өфөлә бер ҡыҙ үҙенең фатирында ҡорған элеп йөрөгән һәм тәҙрә тупһаһынан төшкән саҡта аяғы тайып китеп, йылытыу батареяһына ҡыҫылған. Зыян күреүсе ярты сәғәт буйына үҙе ысҡындырырға маташҡан, әммә аяғы сыҡмаған да ҡуйған.
Өфө йәшәүсеһенең хәле тамам бөтөп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға булған. “МЧС-никтар” фатирға тәҙрә аша инеп, ҡыҙҙы ун минут эсендә “тотҡонлоҡтан” ҡотҡарған. Ярай әле, ҡыҙҙың аяғына бер ни ҙә булмаған, шулай ҙа уға травмпунктҡа барырға кәңәш иткәндәр.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас