Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2020, 08:50

Тракторсы 12 йортто йылыһыҙ ҡалдырған

Был хәл кисә Өфөнөң Агрономия урамында була. Унда ремонт эштәре башҡарылғанда, тракторсы яңылыш газ үткәргесте төкөй.

Һөҙөмтәлә газ торбаға зыян килә. Ваҡиға урынына газ-авария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килә һәм йәмшәйгән торбанан газ сығыуын асыҡлай.
Әле белгестәр авария эҙемтәһен бөтөрөү эшенә тотонған. Тик бына һыуыҡ көндәрҙә шәхси йорттарҙың йылыһыҙ ултырыуы ғына борсоуға һала.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас