- Мәрйәм Ризвай ҡыҙы үҙ эенә яуаплы ҡарай һәм һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Ул Көн һайын күрше Ишле ауылынан йөрөп эшләй. Беҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға сикһеҙ шатбыҙ. Бина иркен һәм яҡты, медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн дә төрлө ҡорамал менән байытылған. Элеккеһе ныҡ иҫке, уға һыу ҙа үткәрелмәгәйне, ҡорамалдар ҙа аҙ ине, – тип ҡыуаныстары менән бүлешә ауыл халҡы.