Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2020, 12:45

Беренсе этапта йүгерәсәк биатлонсылар билдәле булды

Бөгөн Рәсәй биатлонсылар союзы президенты Виктор Майгуров оҙаҡламай Донъя кубогында ҡатнашасаҡ спортсылар исемлеге менән таныштырҙы.

Унда ир-аттарҙан команда лидеры Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев, Семен Сучилов, Петр Пащенко һәм яҡташтарыбыҙ Антон Бабиков менән Эдуард Латыпов та бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Светлана Миронова, Лариса Куклина, Ульяна Кайшева, Евгения Павлова, Тамара Воронина һәм Анастасия Гәрәева стартҡа сығасаҡ.
Ярыштар 28 ноябрҙә Финляндияла башланып, икенсе этап та шунда уҙасаҡ.
Фото:ТАСС
Читайте нас