Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2020, 08:30

«Башкортостан лидерҙары» кадрҙар проекты еңеүсеһенә шәп вазифа!

17 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Айрат Сабировты транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ул - «Башкортостан лидерҙары» кадрҙар проекты еңеүсеһе.

Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, Айрат Сабиров 1984 йылда Благовещен ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Өфө тепловоз ремонтлау заводы»нда инженер булып башлай, артабан цех начальнигы урынбаҫары ителә.
Дәүләт эшенә ул «Башминералресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының логистика буйынса урынбаҫары вазифаһынан күсте.
Айрат Сабиров БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында Башҡортостан биләмәһендә тимер юл, эске һыу һәм һауа транспорты эшен ойоштороу өсөн яуап тотасаҡ.

Фото: transport.bashkortostan.ru
Читайте нас