

Кем кем дә кем шул объекттарҙы булдырыуҙа ҡатнашырға теләй, рәхим итһендәр. Кафе асаһығыҙмы, ҡунаҡханамы, намаҙ уҡыу урынымы – үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Типовой проекттар ҙа бар. Уға кафе, минимаркет, автосервис, ҡунаҡхана, йәрминкә майҙаны, ял өсөн эскәмйәләр инә.
Дәүләт ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, әгәр ҙә 25 яңы эш урыны асһағыҙ, ер участкаһын еңел генә ала ла ҡуяһығыҙ. Юл, һыу торбаһы, газ, ут үткәреүгә сығымдарҙы компенсациялайҙар (50 проценттан да артыҡ түгел, 30 миллион һумғаса). Һалым льготалары бирелә.
Әле ҡайҙа яңы кемпинг, кафе кәрәк, шул участкаларҙың исемлеге төҙөлә.
Һорауҙарығыҙ буйынса +7(347)218-09-93, 218-18-61 телефондарына шылтыратығыҙ.
Йәмәғәт, үҙебеҙҙең юлдарҙа үҙебеҙ эшләйек.